Заһиҙуллина З. Уҡыусыларға бүләк

Категория: Пишут о нас

Наил Ғәйетбайҙың "Тарихи пьесалар" китабы күренекле тарихи шәхестәрҙе һурәтләүе, юғары кимәлдәге художестволы стиле менән ҡыуандыра. Тарихи ваҡиғаларҙы тәрән һәм киң, мәғәнәле һәм фәһемле итеп күрһәтеүҙә авторҙың туған халҡына, республикаһына булған һөйөүе сағыла. Тарихи шәхестәр баҙык булып, тере кеүек күҙ алдына баҫа, уларҙың яҙмышын, трагедияһын яҙыусының уҙ йөрәге аша үткәргәне һиҙелеп тора.

Беҙҙенсә, "Тарихи пьесалар" патриотик рухы менән уҡыусыларға шәхес буларак үҫергә ярҙам итә.

Беҙҙең театрҙар халыҡтарыбыҙҙың данлыклы үткәнен сәхнәгә сығарыу өсөн, тамашасыларҙы изгелеккә, ғәҙеллеккө өндәү, тыуған якка һөйөу уятыу ниәтендэ күптән тарихи пьесалар эҙләй, ә ундай китаптар юҡ. Һәм бына бер китапта тиҫтенән ашыу тарихи пьеса баҫылған. Был - беҙҙен театрҙар өсөн иҫ киткес буләк, байлыҡ! Ул пьесалар тиҫтәләрсә йыл, тиҫтәләрсә театрҙарҙа ҡуйыласаҡ, сөнки Наил Ғәйетбайҙың пьесаларын халыҡ ярата, улар Рәсәйҙең төрлө тебөктәренең сөхнәһенән төшмөй.

Драматург Наил Ғәйетбай үҙенең төплө ижады, "Тарихи пьесалар” китабы менән һис шикһеҙ Салауат Юлаев исемендаге дәуләт премияһына лайыҡ.

Просмотров: 249